Что такое эссе на башкирском языке
Что такое эссе на башкирском языке
1 эссе
См. также в других словарях:
эссе — (фр. essai – попытка, проба), небольшое прозаическое сочинение свободной композиции, выражающее впечатления автора от чего либо, его размышления и соображения по какому либо вопросу. Эссе не претендует на исчерпывающую полноту или определяющую… … Литературная энциклопедия
эссе — нескл., ср. essai m. 1. Проба, попытка. Вывел я в заключение, что вся жизнь моя с тех пор была ничто иное, как попытки ( essays) на разных поприщах. 1861. А. И. Михайлов Данилевский Дн. 2. Очерк, трактующий литературные, философские, социальные и … Исторический словарь галлицизмов русского языка
эссе — [сэ], неизм.; ср. [франц. essai] Спец. Очерк, трактующий литературные, философские, социальные и другие проблемы не в систематическом научном виде, а в свободной форме. Литературно критическое э. Философское э. * * * эссе (франц. essai опыт,… … Энциклопедический словарь
ЭССЕ — [фр. essai] лит. литературно публицистический очерк, историческая, критическая или научная статья, написанная в непринужденной полемической форме и предлагающая какие л. общие суждения по избранному предмету. Словарь иностранных слов. Комлев Н.Г … Словарь иностранных слов русского языка
ЭССЕ — [сэ], нескл., ср. (спец.). Прозаическое сочинение небольшого объёма и свободной композиции на частную тему, трактуемую субъективно и обычно неполно. Философское э. Литературно критическое э. Толковый словарь Ожегова. С.И. Ожегов, Н.Ю. Шведова.… … Толковый словарь Ожегова
эссе — очерк Словарь русских синонимов. эссе сущ., кол во синонимов: 1 • очерк (26) Словарь синонимов ASIS. В.Н. Тришин. 2013 … Словарь синонимов
эссе — ЭССЕ, нескл., ср Литературный жанр, а также произведение, созданное в этом жанре, философское, литературно критическое, историко биографическое, публицистическое, сочетающее подчеркнуто индивидуальную позицию автора с непринужденным, часто… … Толковый словарь русских существительных
ЭССЕ — (французское essai опыт, набросок), малый жанр философской, литературно критической, историко биографической, публицистической прозы, сочетающий подчеркнуто индивидуальную позицию автора с непринужденным, часто парадоксальным изложением,… … Современная энциклопедия
ЭССЕ — (франц. essai опыт набросок), жанр философской, литературно критической, историко биографической, публицистической прозы, сочетающий подчеркнуто индивидуальную позицию автора с непринужденным, часто парадоксальным изложением, ориентированным на… … Большой Энциклопедический словарь
эссе́ — [ссэ], нескл., с … Русское словесное ударение
Эссе — нескл. ср. Жанр философской и публицистической прозы, характеризующийся свободной формой авторского изложения и трактовки затрагиваемой проблемы. Толковый словарь Ефремовой. Т. Ф. Ефремова. 2000 … Современный толковый словарь русского языка Ефремовой
Эссе на башкирском языке
Онлайн-конференция
«Современная профориентация педагогов
и родителей, перспективы рынка труда
и особенности личности подростка»
Свидетельство и скидка на обучение каждому участнику
«й йыл4а3ы М2сетле л2 а4а…
№ а4ындырып, тартып тора
Тыу4ан ауылым- Яуыш.
Бала са7тан тик бер хыял
У7ытыусы булам тинем,
Эн2 мен2н 7ойо 7а6ып,
Изге эшем у8 бул3ын тип
У7ытыусы килен булып
Йосоп м2кт2бен и8л2йем
№ 2р к0н белем иленд2.
Тыу4ан илде, тыу4ан ер6е
№ 0й328 йыр6ар4а 3алып.
№ 2р баланы8 й0р2генд2
Милли батырыбы6 Салауат та
Саша Матросов та сит т1гел.
Ил 30й2рлек орло7тарын с2с2м-
!93ен 32р й0р2кт2 1релеп.
К18ел уса4ымдан 32р баланы8
Й0р2ген2 3алам утлы 7у6.
№ 2р у7ыусым 0с0н 2с2ймен д2
№ 2р у7ыусым ми82 ул 32м 7ы6.
?ый4ы 3ыуын буйлап, тау4а мен2м
Синыф балаларын ет2кл2п.
Баласа7 илене8 хыялдарын
Барлайбы6 бе6 шунда берг2л2п.
Йыл4а-к1лд2р, т0б2к, урмандары
Ха л7ы ку8елене8 са4ылышы
Бе662 7ышлар,бе662 й2йл2р 7оштар
Тыу4ан ерг2 30й01 са4ылышы
Балалар6ы8 316е, уйында.
Бай тарихлы мине8 хал7ым мен2н
Берг2 19к2н а4ас-ш2ж2р2
Шул а4аста япра7 я8ыртабы6
Тыуа ик2н 7усты-3е8лел2р.
:ур Е8е16е8 70 йыллы7 данын
?ай6а 3у4ыш7андар олатай6ар
Е8е1 яула4анын а8ланы7.
Сабыр 4ына к282щт2р 7орабы6
Атай-2с2й к0н0н билд2л2йбе6
Спорт уйындарын 1тк2реп.
« 16емде8 у7ыусылар мен2н
Бик яратып килг2н Илем бар.
№ 2р са7 бе66е к0т0п ал4ан
Науруз да 7уна7 булып килеп
К2к1к с2йе,7ар4а бут7а3ы ла
Й2ки, балалар 3абантуйы.
Бик ти6 ген2, ете6 ген2
Шар кеуек Ер т1рен2
Кер2бе6, э6л2п табабы6
Бул3ын интернет 7ына.
Уйындар 6а уйнап шунда,
Т2рби2ле кеше 0с0н
К2р2к бит бары3ы ла.
Интерактив та7табы6 6а
К16 асып, йом4ан арала
Булабы6 т0рл0 илд2.
Баласа7 илене8 хыялына
То4ромон тиеп 7ыуанам.
Мин изгелек орло7тарын с2с2м-
К18елемд2н шу4а йыуанам.
Я8ылы77а сарсап й2ш2йем.
У7ыусылар матур тормош 7ор3а-
Шул шатлы77а 4ына й2шн2йем.
Белем тауына кут2рг2н т2уге у7ытыусыма.
Изге тел2кт2рен тел2п
?ул бол4ап тороусыма.
Соавтор Султанова Ф2н1з2.
Курс повышения квалификации
Охрана труда
Курс профессиональной переподготовки
Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе
Курс профессиональной переподготовки
Охрана труда
Ищем педагогов в команду «Инфоурок»
Номер материала: ДБ-381831
Не нашли то что искали?
Вам будут интересны эти курсы:
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.
В Оренбурге школьников переведут на дистанционное обучение с 9 декабря
Время чтения: 1 минута
В России утвердили новый порядок формирования федерального перечня учебников
Время чтения: 1 минута
Минпросвещения намерено расширить программу ускоренного обучения рабочим профессиям
Время чтения: 2 минуты
Путин поручил не считать выплаты за классное руководство в средней зарплате
Время чтения: 1 минута
Школьников Улан-Удэ перевели на удаленку из-за гриппа и ОРВИ
Время чтения: 1 минута
Учителям предлагают 1,5 миллиона рублей за переезд в Златоуст
Время чтения: 1 минута
Подарочные сертификаты
Ответственность за разрешение любых спорных моментов, касающихся самих материалов и их содержания, берут на себя пользователи, разместившие материал на сайте. Однако администрация сайта готова оказать всяческую поддержку в решении любых вопросов, связанных с работой и содержанием сайта. Если Вы заметили, что на данном сайте незаконно используются материалы, сообщите об этом администрации сайта через форму обратной связи.
Все материалы, размещенные на сайте, созданы авторами сайта либо размещены пользователями сайта и представлены на сайте исключительно для ознакомления. Авторские права на материалы принадлежат их законным авторам. Частичное или полное копирование материалов сайта без письменного разрешения администрации сайта запрещено! Мнение администрации может не совпадать с точкой зрения авторов.
Что такое эссе на башкирском языке
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Минең ҡарт олатайым
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡарт олатайым бик күп орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ауыр яраланыуына ҡарамаҫтан, ул колхозда бригадир булып эшләй. Бөтә колхоздары менән крәҫтиәндәр фронтҡа ярҙам итәләр, үҙ ҡулдары менән етештерелгән икмәк, йәшелсә ебәрәләр, кейем тегәләр. Ҡулдарынан килгәнсә бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн, барыһын да эщләйҙәр. 1945 йылдың Еңеү яҙын ҡарт олатайым тыуған ауылында ҡаршылай.
Һуғыш тамамланғас ул өйләнә. Бергәләп 11 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғүмер буйы минең ҡарт олатайым колхозда эшләй. Тик һуғышта алған яралары уға оҙаҡ йәшәргә мөмкинлек бирмәй. 1980 йылда 60 йәшендә ул яҡты донъянан китә.
Һуғыш илебеҙҙәге бер генә ғаиләне лә ситләтеп үтмәгән. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы матур тормош ҡороп йәшәрҙәй күп кешенең ғүмерен өҙә. Илебеҙҙең тарихын, ата- бабаларыбыҙҙың ауыр тормошон белә тороп, беҙ, хәҙерге заман балалары, тыныс күк аҫтында йәшәп, яҡты мәктәптәрҙә белем алыуыбыҙ, өҫтөбөҙ таҙа, тамағыбыҙ туҡ булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Беҙ улар өсөн дә яҡшы уҡып, ысын кеше булып үҫергә тейешбеҙ.
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
“Бөйөк еңеүгә 69 йыл”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Бөйөк еңеүгә 69 йыл
Быйыл 9 майҙа бөйөк еңеүҙең 69 йылын билдәләйәсәкбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында минең ҡарт олатайым да ҡатнашҡан. Ул турала миңә өләсәйем һөйләне, сөнки ул һуғыш ваҡытында тыуған. Һуғыш михнәттәрен ишетеп кенә түгел үҙҙәре үткәргән.
Өләсәйем үҙенең атаһы Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғилимшин Мәлиҡ Ғилемшан улы тураһында бик күп һөйләне. Ҡарт олатайым Тәтешле районы Йосоп ауылында тыуып үҫә.Башланғыс белемде Яңайыл районында, ә урта белемде Яңауыл ҡалаһында ала. Урта мәктәпте тамамлағас та Өфө педагогия институтына уҡырға инә. Ул тарих факультетында белем ала.Үҙенең хеҙмәт юлын тарих һәм география уҡытыусыһы булараҡ башлап ебәрә. Күрҙем, Аҡсәйет, Гәрәбәш ауылы мәктәптәрендә директор булып эшләй. 1936 йылда Тәтешле районының мәғарифы мөдире итеп һайлана.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илебеҙ өсөн ауыр көндәр еткәнен аңлап, бер нисә тапҡыр военкоматҡа ғариза яҙа.1941 йылда Уны Миңзәлә ҡалаһындағы хәрби училищеға уҡырға ебәрәләр. Алты айлыҡ командирҙар курсын тамамлағас та политрук итеп билдәләнә. Уны 424- се пулемёт ротаһына ебәрәләр. Беренсе һуғышы Сталинград өсөн була. Ошо ваҡытта ҡарт олатайым беренсе тапҡыр көл-күмергә ҡалған ауылдарҙы, емерелгән ҡалаларҙы, үлгән ябай кешеләрҙе, һалдаттарҙы күрә.
Ауыр һуғыш юлдары шулай башланып китә. Бәләкәй генә ауыл өсөн дә бер нисә көн көрәшергә тура килә.Ҡарт олатайым Һөйләгәнсә, Хмелевка исемле ауыл өсөн улар 3 көн буйына һуғышалар. Дон йылғаһын аша сығыу өсөн һалдар төҙөйҙәр, бик күп иптәштәре батырҙарса һәләк була.
1942 йылда уларҙың дивизияһын Ленинград фронтына ебәрәләр. Улар алдына блокаданы туҡтатыу, ҡаланы немецтарҙан азат итеү, Волхов фронты менән Лениград фронгтын берләштереү бурысы тора. Бер көн эсендә немецтарҙың 9 атакаһын кире ҡағалар. Ҡарт олатайымдың пулемет ротаһы батырҙарса һуғыша. Фашистарҙың хәле көндән- көн насарлана бара. Яҡын тирәләге эшселәр ҡасабалары фашистарҙан азат ителә. Шулай итеп блокада туҡтатыла, ике фронт һалдаттары шатланып осраша.
Һуғыш дауам итә. Рота командиры Ғилимшин Мәлиҡ ауыр яралана һәм бер нисә ай госпиталдә дауалана. Һуғышҡа кире әйләнеп ҡайта, тик үҙ часенә генә эләгә алмай. Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Беҙҙең һалдаттар Пруссияға яҡынлашалар. Одер йылғаһын аша сыҡҡанда лейтенант Ғилимшин ротаһы алдарына ҡуйылған бурысты намыҫлы үтәгәндәре өсөн 2- се дәрәжә Ватан һуғышы орденыны менән бүләкләнә. Уларҙаң ротаһы 7 танкты, 13 дошман орудиеһын юҡҡа сығаралар. Шулай уҡ ҡарт олатайымдың “Ленинградты һаҡлаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары бар.Ҡарт олатайым һуғышты Эльба йылғаһы буйында тамамлай.
Һуғыштан һуң 1946 йылда ғына тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта һәм үҙенең яратҡан эшенә, мәктәбенә ашыға. 1951 йылға тиклем район мәғариф бүлеге мөдире булыр эшләй. Пенсияға сыҡҡансы Йосоп ауылы мәктәбендә мәктәп директоры булып эшләй ҡарт олатайым. Барлыҡ ауылдаштары, яҡташтары, туғандары өсөн өлгө була. Ҙур теләк менән үҙенә тапшырылған барлыҡ эште лә үтәп сыға: 40 йыл буйына пропагандист, халыҡ контроле етәксеһе, партойошманың секретаре, ауыл советы депутаты була. Ауылда үткәрелгән һәр байрам ҡарт олатайымдың доклады менән башланған. Уның күкрәген һуғыш наградалары менән бергә “Намыҫлы хеҙмәт өсөн”, “В.И.Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы өсөн”, “Хеҙмәт өлгөһө”, “Бөйөк еңеүгә 20 йыл”, “Бөйөк еңеүгә 30 йыл”, “Хәрби көскә 60 йыл” тигән миҙалдар ҙа биҙәй.
Ҡарт олатайымдың ғаиләһендә 5 бала үҫә. Уларҙың өсөһө аталарының юлын дауам итә. Уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар. Ҡарт олатайым өләсәйемдәргә ғорурланып, 19- сы быуатта билдәле булған шағир, Ғәли Соҡоройҙоң бүләһе булыуын һөйләр булған. Ҡарт олатайым 76 йәшендә үлеп китә.
Өләсәйем үҙенең ауыр бала сағы тураһында ла күп һөйләне. Улар ал- ял белмәйенсә тырышып эшләгәндәр, тырышып уҡығандар. Ауылда ҡалған ҡатын- ҡыҙҙар ирҙәрҙе алмаштырғандар. “Барыһы ла фрон өсөн, барыһы ла еңеү өсөн” тигән лозунг менән эшләгәндәр. Йәш кенә ҡыҙҙар трактористар курсында уҡып сығалар һәм баҫыуҙарҙа игенде ваҡытында йыйып алыу өсөн бар көстәрен һалалар.
Хәҙерге ваҡытта еңеүҙең ниндәй ауырлыҡ менән яуланғанын аңлайбыҙ. Беҙҙең Аҡсәйет ауылы советынан ғына (унда 7 ауыл инә) 681 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 268 генә иҫән һау тыуған ауылына урап ҡайта. Беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылыбыҙҙа Мөхәмәтйәновтар исемен йөрөткән урам бар. Бер өйҙән бер туған 4 ағалы- ҡустылы һуғышҡа китә һәм батырҙарса һәләк булалар. Уларҙың исемен шулай мәңгеләштерә ауылдаштарыбыҙ. Шәкирйәновтар ҙа 4 ир-егет һуғышҡа китә, тик береһе генә иҫән-һау тыуған ауылына ҡайтып инә. Уларҙың батырлыҡтары яҡты усаҡ кеүек йәш быуындың юлын яҡтырта, шишмә кеүек уларға көс, ҡеүәт һәм яҡшы тормош төҙөү өсөн тырышлыҡ, батырлыҡ бирә. Беҙ улар тураһында бер ваҡтта ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Киләсәк быуын һуғыш тигән ҡурҡыныс афәтте ишетеп кенә белһен!
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
“Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡ үлемһеҙ”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡ үлемһеҙ
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан- йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Ошо ауыр көндәр тураһында һәр бала белһен өсөн күпме китаптар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында һәр бер ғаилә кешеһе ҡатнаша. Ҡайһы ғаиләләрҙә бөтә ир- аттар ҙа һуғышҡа китеп бөтә. Еңеү көндәрен бик әҙҙәре генә күрә ала. Күпме ваҡыт үтһә лә беҙ уларҙың батырлыҡтары тураһында онотмайбыҙ. Геройҙар алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлыҡтары тураһында башҡаларға ла һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ.
Мин үҙемдең ҡарт олатайым тураһында яҙып китергә теләйем. Уның исеме Кадрачев Мөхәмәтйән Латип улы. 1904 йылда ярлы ғаиләлә тыуа. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында ата- әсәләре үлеп китәләр. Был ваҡытта ҡарт олатайыма 17 йәш кенә була. Илебеҙҙә колхозлашыу осоро башлана һәм Башҡортостанға ла килеп етә. Коллективизацияны ул шатланып ҡаршылай. Ауылдаштары уға ышанып, бригадир итеп билдәләйҙәр.Уларҙың ышанысын тырыш хеҙмәте менән аҡлай. Шуға күрә Мөхәмәтйән Латип улын колхоз рәйесе итеп һайлайҙар.
1928 йылда ҡарт олатайым минең оло өләсәйемә өйләнә. Уларҙы шатландырып минең олатайым тыуа. Уға Шамил тип исем ҡушалар. Атаһына оҡшап олатайым да алдынғы ҡарашлы кеше була.1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та беренселәрҙән булып һуғышҡа китергә ғариза ҙа, ләкин тылда ла уңған, эшлекле, уҡымышлы кешеләр кәрәк булғанға уны ебәрмәйҙәр. Шамил Мөхәмәтйән улы тынысланып ҡалмайынса бер- бер артлы фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙыуын дауам итә, уны шулай итеп һуғышҡа алып китергә булалар. Был хәл 1942 йылда була.Ул пехотаға эләгә, разведчик булып китә. Немецтар яғына сығып, бик күп “тел” алырға тура килә. Был батырлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әҙ ишетмәй минең ҡарт олатайым. Немецтар атакаһы туҡтап торған арала ата- әсәһенә, туғандарына хат яҙа. Был хаттарҙа күпме тел алыуы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында яҙа. Ҡарт олатайымдың хаттарында тиҙҙән еңеү яулаясаҡтары тураһында ла яҙылған. Дошманды еңеүҙәренә улар ныҡ ышана, бөтә көстәрен немецтарҙы илебеҙҙән ҡыуып сығарырға һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1943 йылда үҙенең иптәштәре менән немец засадаһына эләгеп һәләк була. Немецтар уларҙы атып үлтерәләр.
Уның хаттары ауылда өләсәйемдә һаҡланған.Ҡарт олатайымдың батырлыҡтары тураһында миңә өләсәйем, әсәйем һөйләне. Уның бик күп кенә фотолары ауылда һаҡлана. Мин үҙемдең ҡарт олатайымдың шундай батыр кеше булыуына ғорурланам. Һуғыштан иҫән ҡайта алмаһа ла уны туғандарым бер ваҡытта ла онотмайҙар. Уның тыуған ауылыбыҙ, тыуған илебеҙ өсөн эшләгән эштәре оноторлоҡ түгел. Бөгөнгө матур, тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ һуғыш ветерандарына бурыслыбыҙ. Һуғыштың ҡайғы, бәхетһеҙлек кенә килтереүен һәр кеше аңларға тейеш.
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
“Һеҙҙең тормош үҙе батырлыҡ”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Һеҙҙең тормош- үҙе батырлыҡ
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә бик күп йылдар үтһә лә, кешеләрҙең күңел яралары уңалмай әле. Ул ваҡыттағы кешеләрҙең күбеһе мәңгелеккә теге донъяға күсәләр, быуындар алмашынып тора. Һуғыштың ауыр һынауҙарын үткән кешеләр бик аҙ ғына ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан был афәт, кешеләрҙең ыҙалыҡтары, тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың батырлыҡтары һис кенә лә онотолмай.
Беҙҙең быуын балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә.Күбеһе кинофильмдар ҡарап, китаптар уҡып, һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар аша ишетеп кенә беләләр.Был ауыр һынауҙы үтеп сығырға ябай кешеләрҙең баш етмәҫлек батырлыҡтары ярҙам итә.Бик күп кешелрҙең үлемһеҙлеге аша яулана был еңеү.Илебеҙҙәге бер генә ғаиләне лә һуғыш михнәттәре урап үтмәгән. Һәр бер ғаиләнән һалдаттар китә.
Мин дә үҙемдең ҡарт олатайым Солтагәрәев Мөбәрәк Ғиззетдин улы тураһында һөйләп китмәксемен. Ул һуғыштың беренсе көндәренән үк фронтҡа китә.Сталинград ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡатнаша. Ҡарт олатайым һөйләгәндәрен миңә әсәйем һөйләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул мин тыуғанса, 1992 йылда үлеп китә. Ҡарт олатайымдың “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бар.Сталинград ҡалаһын һаҡлаған өсөн бирелә ул миҙал. Ошо һуғышта Мөбәрәк Ғиззетдин улы ҡаты яралана.Ҡулында яраһы булғас, уны Свердловск ҡалаһына вагондар һаҡларға ебәрәләр. Ә вагондарҙа патрондар, миналар, бомбалар була. Минең ҡарт олатайыма, шулай итеп бик мөһим эш йөкмәтелә. Ул һауыҡҡас та йыраҡ көнсығышҡа, япондар менән һуғышҡа ебәрелә. Япондар менән һуғыш тураһында беҙ кинофильмдар аша күреп танышбыҙ. Бик күп һалдаттар үлеп ҡала был осорҙа.
Ҡарт олатайым 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас та тормош ауырлыҡтарына баш эймәйенсә колхозда эшләүен дауам итә. Тырышып, сәмләнеп эшләй, йәшәй ҡарт олатайым. Һуғыш яланында ятып ҡалған иптәштәре, ауылдаштары өсөн дә йәшәргә, эшләргә тейеш икәнен яҡшы белә ул. Һуғыш осоронда ауылда аслыҡ, яланғаслыҡ кешеләрҙе хәлдән тайҙыра. Шуға күрә һуғыштан ҡайтҡан ветерандар ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Уларҙың батырлыҡтары онотолмай. Һәр ауылда тиерлек уларҙың батырлыҡтарын мәңгеләштереү өсөн мәрмәр таштар, обелисктар ҡуйылған.
Мин үҙемдең шундай батыр олатайым менән ғорурланам. Илебеҙҙе һаҡлаусы һуғыш ветерандарын беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ тип уйлайым. Һуғыш һәр кешенең йөрәгендә ауыр мисәт ҡалдырҙы.Шуның өсөн беҙ улар тураһында белергә, ғорурланырға тейешбеҙ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын тиһәк, тарихты оноторға ярамай!
Мин ер шарындағы иң гүзәл ер- Башҡортостанда тыуып үҫеүемә бик шатмын. Республикабыҙҙың матурлығын һанап бөткөһөҙ. Икһеҙ- сикһеҙ яландары, болондары, мул һыулы йылғалары, йәм- йәшел ҡалын урмандары, сал түбәле тауҙары бер генә кешене лә вайымһыҙ ҡалдырмаҫ.
Илебеҙгә ниндәй генә һынауҙар төшһә лә республикам халҡы ситтә ҡалмай. Беренсе Донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышында туғандаш халыҡтар берҙәмлеге дошмандарҙы еңеп сығырғы ярҙам итә. Һуғыш мәлендә генә түгел, ә башҡа төрлө фажиғәләр, бәләләр килгәндә лә төрлө милләт кешеләре бергә күтәрелеп сыға. Юҡҡа ғына «Күмәкләгән яу ҡайтарған», «Берҙәмлектә көс»- тип әйтмәгәндәр.
Республикабыҙҙа халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн бик күп төрлө саралар үткәрелә. Башҡорт яҙыусылары менән бер рәттән рус, татар, мари яҙыусыларының ижады өйрәнелә, осрашыуҙар, кисәләр үткәрелә. Телевидениенан төрлө халыҡтарҙың милли байрамдары, кейемдәре тураһында тапшырыуҙар ҡарап торабыҙ.
Минең туғандарым, дуҫтарым, таныштарым араһында ла төрлө милләт вәкилдәре бар. Байрамдарҙа бер табын артында йыйылып, йырҙар йырлап, һөйлешеп ултырыуҙары үҙе бер шатлыҡ. Табында башҡорт балы, бишбармағы, татар бәрәмәсе, рус билмәне, үзбәк былауы һәм башҡа ризыҡтар биҙәй. Апайҙарым, еҙнәйҙәрем, олатайым, өләсәйем һәм башҡа туғандарым бер- береһенең милләтен, нәҫелен хөрмәт итәләр. Беҙҙе лә, йәштәрҙе дуҫ, татыу булырға өндәйҙәр. Өләсәйем кешене милләтенә, теленә, әсәһенә ҡағылышлы һүҙҙәр менән битәрләмәгеҙ, тип иҫкәртеп тора. Ысынлап та, һәр милләттең теле, йолаһы үҙенсә матур, яҡшы. Уны бер ваҡыттта ла оноторға ярамай.
Республикабыҙҙа төрлө милләт халыҡтары элек- электән дуҫ, туған, ҡәрҙәш булып йәшәй һәм киләсәктә лә милләт- ара ыҙғыштар булмаҫына ышанам.
Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар
Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәрендә һуңғы йылдарҙа шәжәрә байрамдары йыш үтә. Быуаттарҙың тәрән төпкөлөнә тамырланып, мөһабәт имәндәй үҫә ул шәжәрә. Шәжәрә ул- йәшәү тамырыбыҙ, тарихты өйрәнеп, киләсәккә тәҙрә асыу. Шәжәрәне тергеҙеү- ул халыҡтың тарихын һаҡлап алып ҡалыу. Телдән- телгә күсеп, ҡағыҙ биттәренә теркәлгән мәғлүмәттәрәлеге көндә өйрәнелә, ә күпмеләре ҡағыҙ биттәренә төшмәгән. Ғөмүмән, генеологик ағас- шәжәрә ағасын төҙөү, белеү кеше күңелендә бәләкәй туған илгә, ергә ҡарата һөйөү тойғоһо уята. Ни өсөн шәжәрәне белергә кәрәк ул тип һораусылар ҙа булыр, мин уларға шулай тип әйтер инем: “ Һәр тәрбиәле кеше үҙ халҡының, ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға тейеш”. Бушҡа ғына боронғолар, башҡорт ете быуынын белергә тейеш, тип әйтмәгән бит.
Туғандарҙы барлап, нәҫел ептәрен байҡап мин дә шәжәрә төҙөү менән ҡыҙыҡһынам. Был эште бишенсе синыфта уҡыған саҡта уҡ башлап ебәргәйнем. Мәктәптә үткәрелгән шәжәрә байрамында атайым яғынан ете быуынымды билдәләгән ағасымды төҙөп, ғаиләм, туғандарым менән таныштырғайным инде. Был эш менән мауығыуымды ата- әсәйем, туғандарым да хуплап сыҡты һәм һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Бөгөнгө көндә инде, әсәйем яҡлап туғандарымды барлау эше менән мәшғүлмен.
Минең туғандарымдың шәжәрәһен,ҡайһы яҡтарҙан сығышын, тамырҙарын өйрәнеп бик күп яңылыҡтар менән таныштым. Ата- бабаларымдың тамырҙары Краснокама районына барып тоташа. Минең туғандарым- Гәрәй башҡорттары. Өсөнсө быуын ҡартатайым Миңнеғәле ҡатыны Фәрхейән менән Иҫке Бөртөк ауылында йәшәгәндәр ҙә инде. Уларҙың ете балалары булған: Бибимәккә, Муллағәли(1892), Сабирйән(1895), Хәкимйән, Ғәлимйән, Сәлихйән, Кәримә. Ҡарт ҡартатайым Муллағәле Ғәлимә исемле ҡыҙға өйләнә. Уларҙың дүрт балалары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Ғәлимә 1929 йылда шәкәр сиренән үлеп китә. 1930 йылда икенсе ҡатынлыҡҡа Хажи ауылынан Камилә исемле ҡыҙҙы ала. Ғаилә үҫә, балаларҙы ашатырға ла, кейендерергә лә кәрәк. Ә Краснокама районы ерҙәре ҡыҙыл балсыҡлы булғанға күрә уңыш әҙ була, кешеләр асҡа интегәләр. Ошо ваҡытта инде минең ҡарт ҡартатайым Муллағәле ғаиләһе менән Илеш районына күсеп килә.
Шулай итеп, туғандарымды яҙмыш Илеш яҡтарына ташлай. Ул икенсе тыуған яғыбыҙға әйләнә.
Минең туғандарымдың тамыры иһә бик ҡыҙыҡлы исем йөрөткән ауылға барып тоташа. Ауылдың исеме- “ 5-се, 6- сы биләмә”. Ул Иҫән йылғаһы буйында урынлашҡан. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙ Ибраһим тип атала, уның исемен 2007 йылда үҙгәртәләр. Муллағәли ҡартатайым икенсе ҡатыны менән Илеш районына күсеп килгәс, уларҙың 5 балалары донъяға килә. Шулай итеп улар 9 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 29 йыл бергә татыу ғүмер итәләр.
Ҡарт ҡартатайым да ваҡытында бик уҡымышлы кеше булған. Ике һуғышта ҡатнашҡан.Бөйөк Ватан һуғышына барырға тип теләк белдергәс, тылда ла кәрәкһегеҙ, тип ҡалдыралар. Шулай ҙа 1943 йылда һуғышҡа алына. Һуғышта танкист булып хеҙмәт итә. Үҙе менән булған “ҡыҙыҡлы” ваҡиғаны һөйләй торғайны тип иҫләйҙәр туғандарым. Ул яраланғас товарный поезға һалып ебәрәләр. Ул иҫен юғалтҡас, үлгән тип бер станцияла ҡалдырып китәләр.Ул күпмелер ятҡас аңына килә һәм уны Мәскәү ҡалаһындағы госпиталгә ебәрәләр. Госпиталдә дауаланып 1946 йылда һуғыштан ҡайтып төшә. Краснокама районы Әмзә ауылында химзавод асыла тип ишетә лә эшкә бара. Химзаводтың нигеҙенә беренсе кирбесте лә ул һала. Муллағәле ҡартатайҙың улы Мөдәрис тә һуғышта була. Ул 1926 йылғы. Һуғышҡа 16 йәшендә китә. Япония менән Ҡытай һуғышҡан ваҡытта эләгә ул. Ул да үҙе менән булған ваҡиғаларҙы һөйләй торған булған: бер ваҡыт һуғышҡа керер ваҡытты көтөп ултырғандар. 16 йәше яңы ғына тулған малай йоҡоһо килеп, трактор аҫтына инеп, йоҡлап та киткән. Йоҡоһо туйып уянып китһә, взвод юҡ тей.Взводты ҡыуып етеүенә уның юҡлығы билдәле була. “Һуғыштын ҡасыр китте” – тип үҙәккә хәбәр итәләр. Мөдәрис олатай командирға дөрөҫөн һөйләп биргән. Ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, был хәлде аҙаҡ тикшерербеҙ тип ҡалдыралар.Ул ваҡытта бындай хәл өсөн ҡаты яза бирелгән. Бәхетенә, был ваҡиға шул килеш онотола. Һуғыштан 1952 йылда ғына өйөнә ҡайтып инә. Хәҙерге ваҡытта ул Әстрәхән ҡалаһында йәшәй.
Ҡартатайым Наил дә ата- бабаларыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән. Беҙ ейәндәре һоҡланырлыҡ эштәр башҡарған. 1974 йылда СССР министры Хитрун “Отличник Социалистического сельского хозяйства” тигән, 1973 йылда Башҡортостан Советы Министерствоһы тарафынан “Социалистик хезмәт ярышы еңеүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Беҙҙең ғаиләлә лә һоҡланырлыҡ уңыштар бар. Ата- әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп уҡырға тырышабыҙ. Беҙ ғаиләлә биш бала. Атайымдың матур итеп гармунда уйнағанын тыңлап үҫтек, ә әсәйем башлаған эшебеҙҙе еренә еткереп үтәргә өйрәтте.Барыбыҙҙа мөкиббән китеп шахматта уйнайбыҙ. Ағайым мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Ул да бик оҫта итеп шахмат уйнай, гитарала бик матур итеп уйнай һәм музыка ла яҙа. Шахмат буйынса ярыштарҙа яулаған уңыштар барыбыҙҙа ла бар. Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ апайымдар, ҡустым да яҡшы билдәләргә генә өлгәште һәм өлгәшә. Апайым шахмат буйынса Рәсәй командаһы составына индерелгән. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алды һәм бөгөнгө көндә Илеш районында уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Беҙ бөтәбеҙҙә ҡалабыҙҙың 2-се һанлы мәктәбендә уҡыныҡ һәм әле лә уҡыйбыҙ. Мәктәптә, ҡалала үткәрелгән предмет- ара олимпиадаларҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашып яҡшы урындар алабыҙ. Беҙ бигерәк тә башҡорт теле дәрестәрен яратабыҙ. Мин дә, ҡустым да ҡала күләмендә үткәрелгән “Үткерҙәр һәм зирәктәр” ярышында “Иң зирәк уҡыусы” исемен яуланыҡ. Киләсәктә үҙемә оҡшаған һөнәрҙе һайлап, белемемде юғары уҡыу йортонда дауам итеү теләге менән йәшәйем. Атайым менән әсәйем беҙҙә хеҙмәткә, уҡыуға һөйөү тәрбиәләне.
11- се класс уҡыусыһы
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
4-се синыф уҡыусыһының
“Минең өсөн нимә ул- тыуған ил”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
“Минең өсөн нимә ул- тыуған ил”
Тыуған илем, берҙән- берем,
Донъяла бит сәскәләр күп,
Ләкин һиндәй сәскә юҡ.
“Нимә ул тыуған ил?”- ул беҙҙең тыуған ер. Был ерҙе беҙ бер ҡасан да онотмайбыҙ, уны яратабыҙ һәм һаҡлайбыҙ. Һәр кеше үҙенең тыуған ере менән һоҡлана.
Минең тыуған ерем- Башҡортостан. Беҙҙең илебеҙҙә ҡуйы урмандар, тәрән күлдәр, бейек тауҙар, киң яландар бик күп. Ысынлап та тәбиғәтебеҙҙең матурлығы кемде генә һоҡландырмай!
Минең тыуған ҡалам- Ағиҙел. Ҡалабыҙ үҙе лә, исеме лә бик матур. Атай- әсәйемдәр менән берәй ергә китһәк, Ағиҙелде һағынып ҡайтам. Ҡалабыҙға яҡын ғына Апайыш, Ағиҙел, Кама йылғалары аға. Урмандарында, яландарында төрлө- төрлө ағастар, сәскәләр үҫә. Беҙ урманда еләк, бәшмәк, муйыл, балан, һырғынаҡ йыябыҙ. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән урманға ял итергә сығабыҙ. Рәхәтләнеп уйнайбыҙ, һыу инәбеҙ, ял итәбеҙ.Ҡайтып китер алдынан ял иткән урыныбыҙҙы йыйыштырабыҙ. Атайым: “Икенсе килеүебеҙгә матур торһон”- ти. Һәр бер кеше шулай тыуған ерен һаҡлаһа бик һәйбәт булыр ине.
Мин үҙемдең тыуған ҡаламды бик яратам!
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
4-се синыф уҡыусыһының
“Минең өсөн нимә ул- тыуған ил”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Минең өсөн нимә ул- тыуған ил!
Башҡортостан- һин бит беҙҙең
Тыуған- үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
Минең өсөн тыуған ер ул- минең йәшәгән, тыуған, үҫкән ерем. Тыуған ил ул минең республикам, минең тыуған ҡалам.
Тыуған ҡалам- Ағиҙел. Ул бик матур ерҙә урынлашҡан. Ҡалабыҙҙың эргәһенән Ағиҙел, Кама, Апайыш йылғалары аға. Ҡалаға исемде лә Ағиҙел йылғаһына бағышлап ҡушҡандар. Тирә- яҡтағы урманда төрлө- төрлө ағастар, сәскәләр үҫә.
Ҡаланың исеме уның матурлығын белдереп тора. Ул бик матур, төҙөк, йыйнаҡ. Өйҙәре лә йылғала йөҙөп йөрөгән аҡҡоштар кеүек ап-аҡ. Аллеяла, урамдарҙа матур- матур сәскәләр, ағастар үҫә.
Ағиҙел ҡалаһы йылдан- йыл матурлана бара. Мин ҡалабыҙҙы бик яратам!
Муниципаль дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
9- сы класс уҡыусыһының
“Киләсәк заман мәктәбе-ул ниндәйерәк булыр”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Киләсәк заман мәктәбе-ул ниндәйерәк булыр
Киләсәгебеҙ ниндәй булыр икән? Был турала күптәр уйлана. Яҙыусы- фантастар был турала бик күп яҙалар. Уларҙың әҫәрҙәре буйынса киләсәкте роботтар заманаһы тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Беҙҙең күҙаллауса кешеләргә шулай уҡ төрлө планеталарға юл асылыр һәм йәшәргә лә шунда күсеп китерҙәр. Бәлки, ысынлап та шулай булыр. Элекке заманда кешеләр бит ер шары тураһында ла бер нәмә лә белмәгәндәр, ер бер кит өҫтөндә тип уйлағандар. Замана алға барған һайын кешеләр бер урында ғына тормағандар, сәйәхәткә сыҡҡандар.Улар төрлө- төрлө ерҙәрҙә булып, ер шары тураһында мәғлүмәтлерәк була башлағандар. Тик, кешелек аса алмаған серҙәр күп әле был донъяла. Билдәһеҙлек ҡайһы бер кешеләрҙе ҡурҡыта, әлбиттә. Шулай ҙа белемле, алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы кешеләр күбәйә бара. Төрлө технологиялар, нанотехнологиялар уйлап табалар.Техника көндән- көн алға бара. Шулай булғас киләсәк заман мәктәбе лә үҙгәрергә тейеш, минеңсә.
Киләсәк заман мәктәбе ниндәйерәк булыр икән? Йыш ҡына мин был турала уйлайым. Ниндәй генә булһа ла, ул мәктәптә уҡыусыларға оҡшарға тейеш. Бына бер нисә йыл инде беҙ төрлө электрон дәреслектәр ҡулланабыҙ. Уҡытыусылар ҙа дәрестәрҙә яңы технологиялар ҡуллана. Алдағы көндәрҙә тағы ла ҡыҙыҡлылаҡ, мауыҡтырғысыраҡ дәреслектәр уйлап табырҙар әле. Уҡыусылар үҙҙәре ниндәй предметты уҡырға икәнен дә һайлап алырҙар. Үҙҙәре һайлап алған фәндәрҙе ҡыҙыҡһынып өйрәнерҙәр ине. Уҡытыусы биргән материалдан тыш улар үҙҙәре лә өҫтәлмә белемгә ынтылырҙар тип уйлайым. Төплө белем алыу, коммуникабелле булыу өсөн дәрестәрҙә сит ил балалары менән аралашыу саралары ла табылыр, минеңсә. Яңыса уҡыу балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади ҡараштарын, тәрбиәле, миһырбанлы булыуҙарын арттырыр.
Мин әле мәктәптә 9- сы класта уҡып йөрөйөм. Минең алда сығарылыш һынауҙары тора. Бына бер нисә йыл инде сығарылыш һынауҙарҙын яңыса бирәләр. 11- се класс уҡыусыларының дөйөм сығарылыш имтихандарын видеокамера аша ла күҙәтәләр. Ә быйыл инде 9- сы класс уҡыусыларының имтихан биреүҙәрен дә видеокамера аша күҙәтәсәктәр. Был да бит техника заманының алға китеүен күрһәтә. Был яңылыҡты нисектер тыныс ҡабул иттем. Шулай ҙа минең класташтарымдың күбеһен был яңылыҡ бик ныҡ борсой. Күбеһе нисектер имтиханды уҡымай ғына, артыҡ көс түкмәй генә бирербеҙ тип уйлағайнылар. Хәҙер нимә эшләрҙәр икән? Алда беҙҙе ниндәй яңылыҡтар, асыштар көтә икән? Нисек кенә булһа ла уҡырға, тырышырға кәрәк. Белемле кеше үҙен дуҫтары араһында ғына түгел, йәмғиәттә лә иркен тота ала. Хәҙерге заманда һәйбәт эш табыу өсөн һәр яҡлап тәрән белем, сит ил телдәрен белеү кәрәк. Мәктәптә генә беҙ бер- беребеҙ менән аралашырға өйрәнәбеҙ, төплө белем ала алабыҙ. Уҡыу бик ауыр булһа ла киләсәгебеҙ, хыялдарыбыҙ тормошҡа асһын өсөн тырышырға тейешбеҙ.
Муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
“2-се дөйөм белем биреү урта мәктәбе”
Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы
“ Тыуған ил тураһында йырлайым. ”
5-се класс уҡыусыһы
“Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа № 2»
городского округа город Агидель
Конкурс “Пою мою республику”
“Бында ерҙең ниғмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре”
руководитель: Ямалова Ш.М.
учитель башкирского языка и литературы
Тыуған ил- ул иң ҡәҙерле ер, был ер- бар кешенең тыуған һәм үҫкән ере. Мин Башҡортостанда тыуып үҫтем. Минең тыуған илем иң матур, иң саф һауалы, иң ҡояшлы ер. Был ерҙә мин беренсе тапҡыр ергә аяҡ баҫҡанмын, үҙ туған телемдә һөйләшергә, матурлыҡты күрергә өйрәнгәнмен.
Һәр кешегә үҙ иле ҡәҙерле, һәр кешегә тик үҙ иле матур һәм йәмле тойола. Тыуған илемдә минең өсөн иң ҡәҙерле кешеләрем йәшәй: атайым, әсәйем, ағай- энем, апай- һеңлем, дуҫтарым, туғандарым.
Башҡортостан. Мин был һүҙҙе ишеткәндә бейек тауҙарҙы, сылтырап аҡҡан шишмәләрҙе, иге- сиге күренмәҫ баҫыуҙарҙы, ҡара урмандарҙы күҙ алдыма килтерәм. Был һүҙҙе ишеткәндә Салауат Юлаевтың ғорур ҡарашын күргәндәй, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен ишеткәндәй булам.
Әлеге ваҡытта бишенсе класта ғына уҡыһам да, мин башҡорт халҡының данлыҡлы улы, шағир, тарихсы, тел белгесе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһында ишеткәнем, шиғырҙарын уҡығаным бар. Уның башҡорт халҡын үҙ тарихын, рухи байлығын белергә тейеш тип өндәүе менән дә танышмын.
М.Өмөтбаев үҙенең “Йомран иле”, “Бында ерҙең ниғмәттәре” исемле шиғырҙарында тыуған еренең матур тәбиғәтен бик матур итеп тасуирлай. Был шиғырын яҙғанда шағир бик матур һүҙҙәр ҡуллана. Шиғырҙы уҡығанда тыуған еребеҙҙең һәр бер матурлығы күҙ алынан үтә. Ысынлап та, аҡландарҙа үҫкән төрлө- төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала, сәскәнән- сәскәгә ҡунып бал йыйыусы бал ҡорттарына ҡарап көнләшеп тә ҡуяһың. Шундай матур сәскәләрҙән йыйылғанғалыр инде, башҡорт балының даны йыраҡ илдәргә лә тарала. Матур ғына түгел, бай ҙа беҙҙең Башҡортостан. Игене, алтын- көмөшө, нефте, газы, күмере- һанап бөтөрөрлөк түгел. Былар барыһы ла халыҡтың көн күреү сығанаҡтары. Тәбиғәткә һаҡсыл булһаҡ ҡына, етеш, бай, һау- сәләмәт ғүмер итербеҙ.
М.Өмөтбаев та үҙенең ижадында тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланып ҡына ҡалмай, халыҡты уны һаҡларға өндәй. “Шикәйәт” исемле шиғырында рус колонизаторҙарының тәбиғәтте вәхшиҙәрсә талауҙарын күреп әсенә.
Аяҡлы мал тамам бөтә яҙҙы,
Ағастар аты, Әстрханға уҙҙы.
Уның артынса осто ҡорт һәм әре,
Юҡ инде тау кеүек ағас тауары.
Билдәле шағир йәшәгән осорҙа тәбиғәтте рус колонизаторҙары талаһа, хәҙергә көндә үҙебеҙҙең яҡташтар мең йәшәр ҡарағайҙарҙы йыраҡ Ҡытай иленә, Ырымбур далаларына иҫәпһеҙ- һанһыҙ ҡырҡып оҙаталар. Был бик аяныслы хәл. Меңйәшәр ҡарағайҙар, зифа буйлы ҡайындар ҡырҡып бөтөрөлһә, киләсәк быуынға нимә ҡалыр икән? Ошо турала уйланып, ҡурҡып ҡуям. Билдәле шәхестәребеҙ, С.Юлаевтың, М.Өмөтбаевтың, М.Аҡмулланың борсоулы ҡараштарын күргәндәй булам. “Юҡ ярамай улай, һаҡлайыҡ тыуған еребеҙҙе!”- тип ҡысҡырғым килә. Һәр йыл, көҙ һәм яҙ айҙарында иптәштәрем менән өмәгә сығып ҡалабыҙ урамдарын, парктарҙы төртипкә һалабыҙ, ағастар ултыртабыҙ. Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда ла сүп- сар ташламаҫҡа, ағастарҙы киҫмәҫкә икәнен барыбыҙҙа хәтерҙә тотһаҡ, тыуған илебеҙ матурлығына ҡурҡыныс янамай, тип уйлайым.
Миңә бик ҡәҙерле тыуған яғым. Бик күптәрҙең Башҡортостанды күргеһе киләлер, тип уйлайым. Ә миңә бәхет йылмайҙы, мин ошо матур ерҙә йәшәйем. Бик яратам илемде, ғорурланам, сөнки уның кеүек башҡа ер юҡ. Мин тыуған еремә тик изге теләктәр генә теләйем!
Республиканский конкурс сочинений «Пою мою республику», посвященный
Дню Республики Башкортостан
“ Патриоты и трудолюбивые славят родину ”
обучающиеся 4 класса муниципального
учреждения «Средняя общеобразовательная
городского округа город Агидель РБ
руководитель: Ямалова Ш.М.
учитель башкирского языка и литературы
Республика көнөнә арналған
“ Тыуған илем тураһында йырлайым.”
“ Илһөйәрҙәр, эшһөйәрҙәр данлай илебеҙҙе”
Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы
автономиялы муниципаль урта белем
биреү учреждениеһы “2-се урта дөйөм белем
4- се класс уҡыусылары
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ямалова Ш.М.
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И,кешеләр!Ҡиммәт шул бәхеттең
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Тыуған ил тураһында йырлайым.
Тыуған ил ҡайҙан башлана? Ул тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң гәзизе уны тыуҙырған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме- тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең. Тыуған яғым Башҡортостан шул тиклем ҡәҙерле, яҡын. Кеше ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен,ниндәй генә гүзәл ерҙәрҙә йәшәмәһен,ул барыбер үҙенең тыуған яғына ынтыла.. Донъяла иң яҡын ер ул Тыуған ер. Берәүҙәргә Тыуған ил ул –ҙур, тауышлы ҡала, икенселәргә Тыуған ил ул-тыныс, таҙа ауыл, тик бөтәһе лә уны бертигеҙ ярата. Тәбиғәт бында үҙенсәлекле, икенсе ерҙәге кеүек түгел.
Тыуған яғыбыҙҙы данлап, уны нурлап йәшәгән кешеләре – уның төп байлығы. Кешеләр тырышып эшләйҙәр, донъяла матур, файҙалы итеп йәшәргә тырышалар. Кемдәр менән генә дан тотмай беҙҙең Башҡортостан! Улар барыһы ла тыуған еребеҙҙең шифалы һыуында ҡойоноп, саф һауаһын һулап, изге тупрағында аунап үҫкәндәр. Улар тыуған Башҡортостаныбыҙҙың ысын илһөйәрҙәре.
“Илһөйәр кем һуң ул”-тип һораусылар ҙа булыр. Быға яуап итеп беҙ үҙебеҙҙең татыу, уңған, илһөйәр ғаиләбеҙ тураһында һөйләп китергә булдыҡ.Ҡәҙерле әсәйебеҙ менән атайыбыҙ Краснокама районының Бачкитау ауылында тыуып үҫкәндәр. Ә беҙ Ағиҙел ҡалаһында тыуғанбыҙ. Әсәйебеҙҙең исеме лә үҙе кеүек бик матур- Зифа. Ул Иҫке Йәнйегет ауылында балалар баҡсаһында мөдир булып эшләй.Әсәйебеҙ эшләгән балалар баҡсаһы бик матур. Ихатаһында төрлө- төрлө сәскәләр үҫә, балалар ҙа бик күп йөрөй. Әсәйебеҙ иртә менән тороп беҙҙе ашатып, кейендереп мәктәпкә оҙата һәм ҡустыбыҙҙы алып машина менән Иҫке Йәнйегет ауылына эшкә китәләр. Машинаны ла үҙе йөрөтә әсәйебеҙ. Кис һуң ғына ҡайтып етһә лә тәмле итеп ашарға бешерә, өйҙө йыйыштыра, беҙҙең өйгә эштәрҙе тикшерә. Атайыбыҙ өйҙә саҡта әсәйебеҙгә ярҙам итә лә ул, тик ул йыраҡҡа, себер яҡтарына эшкә йөрөй. Нефтсе булып эшләй ул. Атайыбыҙҙың исеме лә бик матур- Азамат. Атайыбыҙ эштә саҡта уны бик ныҡ һағынабыҙ, ҡайтҡас һөйләшеп туя алмайбыҙ. Ул беҙҙең менән төрлө уйындар уйнай. Бигерәк тә балыҡҡа йөрөргә яратабыҙ. Атайым беҙгә балыҡ тоторға махсус ҡармаҡтар, ҡыуалдар ҙа һатып алды. Баҙҙең менән балыҡҡа ике туған Алмаз, Азамат ағайымдар ҙа бара. Бик күңелле итеп ял итеп ҡайтабыҙ. Атайыбыҙ беҙгә тәмле итеп балыҡ һурпаһы ла бешереп ашатҡаны бар. Һыу буйында ашау бигерәк күңелле шул. Быйылғы уҡыу йылын тик “бишле”, “дүртле” билдәләренә генә тамамлағас, атайыбыҙ беҙгә велосипед алып бирҙе. Кис көнө, эштәр бөткәс, малайҙар менән велосипедта ла йөрөнөк. Йәй көнө ауылда һабантуй үткәрелде. Бик күңелле булды. Беҙ көрәштә, шахмат ярышында беренсе урындарҙы алдыҡ.
Бачкитау ауылында ике олатайыбыҙ, ике өләсәйебеҙ бар. Улар бик уңғандар. Күп итеп мал, ҡош- ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр, бал ҡорто ҡарайҙар. Олатайыбыҙға ҡорттар айырған саҡта ярҙам итәбеҙ. Айырылып икенсе ояға осоп китмәһендәр өсөн һаҡлап ҡына йөрөйбеҙ. Бал айырған саҡ бигерәк тә күңелле. Өләсәйебеҙ был көндө тәмле итеп ҡоймаҡ, бәлеш бешерә, баллап тәмле сәй эсәбеҙ. Өләсәйҙәребеҙ үҙҙәре үҫтергән емеш- еләкте, һөт һәм ҡаймаҡты,эремсекте, балды Нефтекама ҡалаһына алып барып та һаталар. Иртәнән кискә тиклем ҡулдарынан эш төшмәй. Беҙ ҙә уларға ярҙам итәбеҙ: һыу ташыйбыҙ, түтәлдәргә һыу һибәбеҙ, утын ташыйбыҙ, тауыҡтарҙы, өйрәктәрҙе ашатабыҙ, яҙ көнө ҡаҙ бәпкәләрен ҡарашабыҙ. Бигерәк тә йәй көнө эш күп ауылда. Каникул ваҡытында беҙ ауылдан бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ. Әсәйебеҙ менән атайыбыҙ ҙа ауылда була. Күп итеп олатайымдың уазигына сапҡыс тағып, бесән сабабыҙ, тырма ҡуйып йыябыҙ. Әсләх олатайыбыҙ беҙҙе эргәһенә ултырта. Олатайым беҙҙе тырышып эшләгәс, гел генә маҡтап тора: “Эш яратығыҙ, бай, етеш йәшәрһегеҙ”- тип әйтә. Улар беҙгә өлгө булып торалар. Рафаэль олатайыбыҙҙар оло өләсәйебеҙҙе лә ҡарайҙар. Атайыбыҙ үҙенең өләсәһен бик ярата, беҙ ҙә уны яратабыҙ. Уға б 87 йәш тулды.Быйыл беҙҙең өсөн иң иҫтәлекле ваҡиға булып, Әсләх олатайыбыҙ менән Флира өләсәйебеҙҙең бергә 45 йыл тороуҙарын билдәләп китеү булды. Әсәйебеҙ бик матур итеп үткәрҙе был байрамды. Бөтә туғандарыбыҙ уларҙы ҡотларға йыйылды.
Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙың икенсе урта мәктәбендә дүртенсе класта уҡыйбыҙ. Дәрестәрҙән һуң бейеү түңәрәгенә йөрөйбеҙ. Байрамдарҙа сәхнәлә сығыш яһайбыҙ. Беҙгә бейеү бик оҡшай, концерт ваҡытында тамашасылар алҡыштырға күмеп ташлаһа, бигерәк тә рәхәт, күңелле булып китә. Киләсәктә беребеҙ, мин- Вәсил- полицейский, мин- Шамил- электрик булырға хыялланабыҙ. Бишенсе класҡа атай- әсәйебеҙ беҙҙе кадет мәктәбенә бирәбеҙ, тейҙәр. Шуға күрә спорт менән дә шөғөлләнәбеҙ. Атайыбыҙ: “Егеттәр көслө булырға тейеш”- тей.
Беҙ Башҡортостанда тыуып үҫеүебеҙгә, ошондай матур мәктәптә уҡыуыбыҙға, Ағиҙел ҡалаһында йәшәүебеҙгә, яҡын кешеләребеҙ булыуға бик шатбыҙ! Моғайын, илебеҙҙән ситтә йәшәй алмаҫбыҙ, беҙ. Был беҙҙең Тыуған еребеҙ! Беҙ бәхетле, сөнки Тыуған илебеҙҙә халҡыбыҙ,туғандарыбыҙ дуҫ, етеш һәм шат йәшәй. Беҙ бәхетле, сөнки һәр таңыбыҙ тыныс һәм яҡты. Ер йөҙөндәге һәр балаға ла беҙҙеке кеүек бәхетле көндәрҙе, тырыш атай- әсәйҙәрҙе, олатай- өләсәйҙәрҙе теләр инек. Илебеҙгә ышаныслы, илһөйәр алмаш булып үҫергә тырышырбыҙ!