нугуман мусин биография на башкирском языке

Презентация : Ноғман Мусин ижады

Ищем педагогов в команду «Инфоурок»

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

Описание презентации по отдельным слайдам:

Ноғман Сөләймән улы Мусин (17 июль 1931) — башҡорт прозаигы, журналист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, әлеге ваҡытта Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Ҡолғона ауылында тыуған. 1937—1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шунда уҡ уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлағас, бер аҙ Маҡар район мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһын башҡара һәм йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына. Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп, «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ижады Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. Яҙыусының төп темаһы — урман, уны һаҡлау. 1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа. «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батырҙар һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

Китаптары Зөһрә. 1960 й. Ғорурлыҡ. 1962 й. Ауылым юлы. 1963 й. Кеше йылмая. 1965 й. Ер биҙәге. 1967 й. Беҙ ауылдаш малайҙар. 1968 й. Өҙәрем юл кешеләре. 1970 й. Һинең мөхәббәтең. 1972 й. Аҡ юл һиңә. 1973 й. Һайлап алған яҙмыш. 1974 й.

Мәңгелек урман. 1-се китап. 1975 й. Мәңгелек урман. 2-се китап. 1978 й. Ғүмерҙең бер мәле. 1979 й. Зәңгәр тауҙа аҡ болан. 1980 й. Ер биҙәге. 1981 й. Төнгө усаҡ яҡтыһы. (Яңы вариант). 1983 й. Еҙ ҡыңғырау. 1986 й. Кеше һуҡмағы. 1987 й. Таң менән сыҡ юлдарға. 1988 й. Ихлас күңелдән һөйләшеү. 1990 й.

Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том.1992 й. Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. 1993 й. Һунарсы хикәйәләре. 1995 й. Йыртҡыс тиреһе. 1995 й. Шунда ята батырҙар һөйәге. 2001 й.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)

Источник

НОҒМАН МУСИН

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН запись закреплена

Ноғман Мусин «Йәшлек»тә ҡунаҡта.
30 март 2006 йыл.

Юлай Кәримов фотолары.

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН запись закреплена
Башкирские проекты | Башҡорт проекттары

Дуҫтар, беҙ башҡорт китапханаһының промо-версия сайтына тағы ла бер нисә китап өҫтәнек. Уҡығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ.

Ноғман Мусин «Яҙғы ташҡындар алдынан»

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН запись закреплена
НАУЧНО-МЕТОДИЧЕСКИЙ ОТДЕЛ

Городская библиотека ЗАТО г. Межгорье

ПамятиНугуманаМусина.
Огромную утрату понесла башкирская литература. В Уфе скончался народный писатель республики Нугуман Мусин.
Нугуман Сулейманович Мусин принадлежал к плеяде» аксакалов», творчество которых во многом определило неповторимый облик башкирской литературы и её достойное место в многонациональной карте отечественной культуры. Имя его неразрывно связано с летописью страны, а биография охватывает без малого вековую историю Башкортостана и России.
Сотрудники Городской библиотеки предлагают вниманию читателей краеведческую презентацию «Защитник природы. «

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН поделился ссылкой

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН запись закреплена
Мавлида Ахмедьянова

«Старик Державин нас заметил
И, в гроб сходя, благословил».
Киске Өфө.
ӘҘӘБИӘТЕБЕҘҘЕҢ МӘҢГЕЛЕК УРМАНЫ –
НОҒМАН СӨЛӘЙМӘН УЛЫ МУСИН
Показать полностью.

Һәр ҡайһыбыҙҙың мөғжизәле бала саҡ хәтирәләре уның исеме менән бәйле. «Ағиҙел» журналының сираттағы һаны килеүгә ғаилә ағзаларының иң йылғыры, иң өлгөрө йәһәт кенә баҫманы ҡулына эләктерә һалып, башҡалар күрмәгән урынға барып йәшенеп, унда баҫылған романды, повесты йә хикәйәне уҡырға тотона. Уҡып бөткәнсе баҫманы ҡулынан ысҡындырмай, үҙенә генә билдәле булған урынға йәшереп һалып ҡуя. Әҫәрҙә барған ваҡиғалар менән танышып сыҡҡандан һуң ғына ул журналды башҡалар таба алырлыҡ урынға һалып ҡуя. Бер нисә минуттан һуң журнал тағы бер нисә көнгә юғалып тора. Мөғжизә көтөү эстафетаһы ошо рәүешле дауам итә. Был саҡта ғаилә ағзаларын журналдың һанынан-һанына баҫылған романға бәйле шундай һорауҙар борсой булыр:
— Һөйгәне Карам артынан алыҫ Германиянан Башҡортостанға аяҡ баҫҡан Зильда-Заһиҙәне бында ниндәй тормош көтә, уны Карамдың туғандары нисек ҡаршы алыр, үҙ итерме?
— Төлкөсура Ахуновтың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Һеңлеһе Миңлегөл яҙмыш һынауҙарын нисек үтер? Ғилман Төлкөсурин башҡорт урмандарын һаҡлап ҡала алырмы?
Эйе, бында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Салауат Юлаев», «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары кавалеры Ноғман Мусиндың киң билдәле, уҡыусылар тарафынан тәү башлап «Ағиҙел»дә йылы ҡабул ителгән, әле булһын яратып уҡылған «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман» романдары хаҡында бара.
Быйыл Ноғман Сөләймән улы Мусин 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Урмандарыбыҙға хас имәндәр ныҡлығы, хәтер теүәллеге, фекер үткерлеге, хәҡиҡәт саялығы хас халыҡ яҙыусыһына. Уның бынан 50-60 йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы кисә, бөгөн, әле генә булған һымаҡ һәр бер деталенә тиклем иҫләп һөйләүенә һоҡланмай мөмкин түгел.

Ноғман ағай, нигеҙендә социаль тигеҙлек, намыҫлы хеҙмәт ятҡан ҡоролоштоң емерелеүе һөҙөмтәһендә беҙ күп нәмәне юғалттыҡ. Илебеҙ ҙә саҡ-саҡ емерелмәй ҡалды. Ғүмерегеҙҙең байтаҡ өлөшөн ХХ быуатта үткәргән, бала сағығыҙ һуғыш осорона тап килгән кеше булараҡ, һеҙ был үҙгәрештәрҙе нисек кисерҙегеҙ?

— Илебеҙҙең иң матур дәүерҙәрен юғалттыҡ, уларҙы кире ҡайтарып та булмаҫ инде. Атай-олатайҙарыбыҙ меңәр йылдар буйына туплаған тәжрибәһенә таянып йәшәү юлынан кинәт тайпылдыҡ. Боронғо менән хәҙерге араһында бәйләнеш юғалды. Тормошобоҙҙоң ниндәй генә тармағын алып ҡараһаҡ та, юғалтыуҙарыбыҙ табыштарҙан күберәк. Рәсәй әҙәбиәтендә лә, беҙҙең әҙәбиәттә лә шундай уҡ күренеш күҙгә ташлана. Әҙәбиәттә лә үткән менән хәҙерге араһындағы бәйләнеш юҡҡа сыҡты. Ошолар хаҡында уйлайым да, 90-сы йылдарҙан һуң ҡулыма ҡәләм ала алмайым. Элеккегә ҡарағанда иркенерәк фекер йөрөтөргә мөмкинлек тыуған хәлдә дә яҙылмай. «Мәңгелек урман»ды яҙғанда ситтән килеп беҙҙең урмандарҙы яулаусылар хаҡында бик һаҡ яҙғайным. Шуға күрә ысынбарлыҡ менән әҙәби фекерләүгә күберәк иғтибар бирҙем. Хәҙер бөтөнләй башҡа ситуация, әммә әҙәбиәт, нисектер, тормоштан айырылды кеүек.

Хәҡиҡәтте әйтеп биреү йәһәтенән, тура һүҙле кеше булараҡ, һеҙгә уның ҡыйын һөҙөмтәләрен дә күп татырға тура килгәндер инде.

— Тура әйткән туғанына ярамаған, тиҙәр. Әммә кемдер берәү хәҡиҡәтте әйтергә тейеш бит инде. Миңә лә күп кенә тапҡырҙар тураһын әйтергә, бының кире һөҙөмтәләрен дә татырға тура килде. Салауат Юлаев премияһына дүрт тапҡыр тәҡдим ителеп, дүртенсеһендә генә ике кешегә бер премияны бүлеп бирергә, тигән ҡарар сығарып ҡуйҙылар. Тапшырған ваҡытта барып йөрөмәнем. Ишембайға юбилейыма ҡайтҡанда тапшырып ҡуйҙылар. Аҡсаһын да күпкә һуңлап алдым.

Тормош хәҡиҡәте менән художестволылыҡ нисбәте хаҡында нимә әйтерһегеҙ?

— Һәр әҙип тормошто үҙе аңлағанса әҫәренә индерә. Ләкин тормош ысынбарлығы ҡайһылыр яғы менән яҙыусыны ҡалып эсенә индерә, кинәйәгә, образдар системаһына күсерә. Яҙыусының оҫталығы хәҡиҡәтте художестволылыҡ аша уҡыусыға еткереүенә ҡайтып ҡала. Хәҡиҡәтте туранан-тура әйтеп биреү генә әҙиптең оҫталығын аңлатмай.
Һуңғы ваҡытта арабыҙҙан киткән ҡәләмдәштәребеҙҙең үкенесле яҙмыштары, яҙылмаған әҫәрҙәре, баһаланмаған таланттары хаҡында бик йыш уйланам. Ана шундайҙарҙың береһе ине Мәүлит Ямалетдинов. Ул вафат булғас, өс көн буйына йоҡлай алманым. Тәбиғәттән килгән иҫ киткес талантлы, ҙур әҙип ине ул. Төрлө яҡлап асылды, барлыҡ әҫәрҙәрен дә уҡып барҙым. Уны Салауат Юлаев премияһына тәҡдим иткәстәр, комиссияға ла яҙып бирҙем. Гәзиттә лә мәҡәләм баҫылды. Әммә иғтибарға алманылар. Премияға иң лайыҡлыһы ул ине. Тәғәйен баһаһын ала алмай китте Мәүлит. Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатмалар яҙыуы үҙе генә лә ни тора! Үҙе бөгөн үк сәхнәгә сығарырлыҡ сәсән, ҡурайсы һәм йырсы ине. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Әҙәби мөхиткә яҡыныраҡ булайым, тип ғаиләһе менән Өфөгә лә күсеп килде, төрлө урындарҙа эшләне. Ахыр сиктә, тыуған яғына кире ҡайтты.
Арабыҙҙа йөрөүсе яҙыусыларҙың ижадына ла битарафбыҙ. Барый Ноғоманов Силәбе өлкәһендәге Ҡыштым фажиғәһе булған урынға барып ҡайтҡас, унда кешегә оҡшамаған балыҡ башлы балалар тыуыуы хаҡында бынамын тигән ике повесть яҙҙы. Кешелеккә иҫкәртеү-һабаҡ булырлыҡ әҫәрҙәр ине улар. Иғтибар итмәнеләр.
Ғүмерем буйына башҡа яҙыусыларҙың бик күп әҫәрҙәрен уҡырға, уларҙы журналда баҫырлыҡ, китап итеп сығарырлыҡ кимәлгә еткерергә тура килде. Ҡайһы ваҡыт ул әҫәрҙәр үҙеңде лә ижадҡа сәмләндерә. Айырым әҫәрҙәр буйынса яҙыусы менән әңгәмәләшеп ултырыуҙың да үҙ ләззәте бар. Һуңғы йылдарҙа ҙур әҫәрҙәр уҡый алмайым, күҙем ауырта. Шулай ҙа хикәйәләр уҡыштырам. Яңыраҡ Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың «Ойоҡбаштар» тигән хикәйәһен уҡып һоҡландым. Шул тиклем камил әҫәр, теле йырлап тора. Яҙыусы булмаған, ауылда донъя көткәндәр араһында ла матур хикәйә яҙыусылар байтаҡ. Шуларҙы бергә туплап, китап итеп сығарырға ине, тип тә уйлап ҡуям.
Романдар уҡымайым, тиһәм дә, мөрәжәғәт иткәндәренекен уҡырға тырышам. Наил Ғәйетбайҙың «Бабич», Раят Вәлиевтың «Цех» романдарын уҡып, кәңәштәремде биреп, аҙаҡ улар «Ағиҙел»дә донъя күрҙе. Кемдәрҙең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанмын, барыһын да махсус дәфтәремдә теркәй барам. Унда хәҙер 70-ләп авторҙың әҫәрҙәре теркәлде.
Рәшит Солтангәрәевты юҡһынып йәшәйем. Шәп кеше, ысын яҙыусы ине ул. Эсендәге тышында булыуын ғына әйтмәйем, уның менән һөйләшеүе рәхәт, үҙе бер байрам һымаҡ булыр ине. Иҫән сағында уҡ халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡлы ине Рәшит Солтангәрәев. Тик беҙҙә әҙип был исемгә лайыҡлы булыр өсөн мотлаҡ рәүештә иҫән булырға тейеш.

нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть фото нугуман мусин биография на башкирском языке. Смотреть картинку нугуман мусин биография на башкирском языке. Картинка про нугуман мусин биография на башкирском языке. Фото нугуман мусин биография на башкирском языке

НОҒМАН МУСИН запись закреплена
Гульнур Куватова

2015 йыл Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Һәр айға айырым темалар билдәләп, гәзит эсендә гәзит сығара башланыҡ. Проза темаһы булғанда ояла-ояла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман ағай Мусинға шылтыраттым. Әңгәмәгә риза булмаҫ, тип ҡурҡа инем. Ә ул шунда уҡ ризалашып, иртәгәһенә редакцияға килеп тә етте.
Показать полностью.
Уның ҡыҙыҡлы итеп һөйләүенә, аҡылына, матурлығына иҫем китеп, һоҡланып ултырғаным бөгөнгөләй хәтеремдә. Ниндәй китаптар уҡыуым, үҙемдең шиғриәтем менән ҡыҙыҡһынды. Бер күренекле шәхестең ижады тураһында бәхәсләшеп тә алғайныҡ. Үҙ фекеремде әйтергә ҡыймай ултырыуымды күреп: «Үҙеңдеке икән, фекереңде әйт! Тик дөрөҫ итеп, кеше хәтерен ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтә белергә кәрәк»- тине.
Ноғман ағайға «Кеше һуҡмағы» повесын айырыуса яратыуым тураһында әйткәс, уның яҙылыу тарихын һөйләне. Ул тарих бөгөнгө көнгә актуаль булған проблемаға ла килеп төртөлдө һәм әҙип Яҙыусылар союзына тәҡдим кеүек фекерен дә әйтте.
Оҙон-оҙаҡ итеп аралашыу бер тапҡыр ғына булһа ла, ул мине онотманы. Осрашҡан һайын хәлемде белешеп, нимә ижад итеүем менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Кешелекле лә, кеселекле лә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта буй етмәҫлек бөйөк тә ине ул. Ноғман Мусиндың үлеме башҡорт халҡы өсөн оло юғалтыу: уны уҡымаған, белмәгән кеше юҡтыр ул. Тома наҙан ғына булмаһа.
Яратҡан яҙыусымдың яҡты рухына бағышлап, алты йыл элек «Йәшлек» гәзитендә сыҡҡан әңгәмәһен тәҡдим итәм.

“Аҡсағыҙлыҡ ижадҡа кәртә түгел,”
йәки Халыҡ яҙыусыһының бөгөнгө әҙәбиәткә ҡарашы

– Йәштәр ижадҡа килмәй тип бик күп яҙалар, һөйләйҙәр. Һәм ысынлап та, ижад майҙанында күберәк оло быуын күренә. Был нимәнән килә? Йәш яҙыусылар юҡмы, йә иһә улар юл яра алмаймы?
–Әҙәбиәтте яҙыусыларҙың йәшенә ҡарап билдәләү бигүк дөрөҫ түгел. Һәр жанрҙа төрлө йәштәге кешеләр эшләй. Ләкин әҙәбиәттә йәштәрҙең әҙ күренеүе– замандың күңелһеҙ күренештәренең береһе. Башҡортостан яҙыусыларының уртаса йәше 67 тип билдәләнә. Ә әҙәби ижад өсөн бик күп көс, энергия талап ителә. Балта, көрәк тотоп эшләү булмаһа ла, күңел һәм мейе көсө китә. Көс-кеүәтһеҙ яҙыу эше бармай. Яҙыусыларыбыҙҙың оло булыуы бер ни тиклем әҙәбиәттә лә сағылыш таба. Үҙебеҙҙең заман менән сағыштырып, мин әҙәбиәткә тулҡын булып килеүсе йәштәрҙе күрмәйем. Беҙҙең быуындан алда 1928-сы йылғылар– Әнғәм Атнабаев, Фәрит Иҫәнғолов, Ғайса Хөсәйеновтар (һигеҙ кеше булды улар) килһә, икенсе төркөм булып 30-сы йылғылар– беҙ килдек. Был авторҙар ни өсөн билдәлелек яуланы? Сөнки беҙҙең быуын әҙәбиәткә тормоштоң ауырлығын күреп, һуғыш йылдарының һынауҙарын үтеп, аслыҡ-яланғаслыҡты татып килде. Ә тормоштоң ауырлыҡтарын үҙең татымайынса, яҙмышыңдан үткәрмәйенсә, әҫәрҙәреңдә уларҙы күрһәтеп булмай. Шуға күрә ул яҙыусыларҙың әҫәрҙәре лә халыҡсан, замандың проблемалары ла белеп күтәрелгән. Беҙҙән һуң әҙәбиәткә 30-сы йылдарҙың аҙағында тыуғандар– Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов һәм башҡа күренекле булып киткән шәхестәр килде. Улар беҙҙән дә юғарыраҡ ине: беренсенән, тормоштоң ауыр һабаҡтарын да татынылар, икенсенән, үҙ ваҡытында юғары белем алыу мөмкинлектәре булды.
Һәр быуындың араһынан бик күптәр әҙәбиәттә үҙ урынын тапты. Хәҙерге заманда бына ошондай тулҡын булып килеүсе йәштәр юҡ. Ә уның үҙенә күрә ҙур сәбәптәре бар. Халыҡ араһында ҡәләм тотҡан, әҙәбиәт яратҡан, ижадҡа ынтылыусы кешеләр кәмемәгән, улар һаман да бар. Ләкин уларға әҙәбиәткә килергә ҡайһы бер кәртәләр бар. Сөнки улар әҫәрҙәрен уҡыусыларға еткереү, китап сығарыу кеүек проблемаларға юлыға. Яҙған әҫәрҙәре өсөн күпме эш хаҡы аласағы ла борсой. Хәҙерге ваҡытта яҙылған әҙәби әҫәр иҫәбенә йәшәү мөмкин түгел. Мин иҫәпләп ҡарағайным, беҙҙең заман менән сағыштырғанда, гонорар яҡынса 10 тапҡырға кәмегән. Ә бит һәр башҡарылған эшкә тейешенсә баһа булырға тейеш. Әҙәбиәт йылында Яҙыусылар союзы менән берлектә дәүләт органдары торлаҡ һәм китап сығарыу, гонорар менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләһендәр ине. Йылыбыҙҙы һүҙ һөйләүгә генә ҡалдырһаҡ– файҙаһы булмаясаҡ.
Шул уҡ ваҡытта бындай кәртәләрҙе мин төп сәбәп тип тә әйтә алмайым. Кешенең күңелендә талант һәм ижадҡа ынтылыш булһа, ул бындай проблемаларға ҡарамай. Беҙҙең йәш ваҡыттарҙа ла аҡсаһыҙлыҡ, фатирһыҙлыҡ кеүек кире күренештәр булды. Идеаль тормош бер ҡасан да булмаған һәм булмаясаҡ та. Кеҫә тулы аҡса булып та әҫәр яҙа алмауың бар. Назар Нәжмиҙең шиғыр юлдары бар:
“Шиғыр яҙып ҡай берәүҙәр байый,
Шағир булып кем һуң байыған?”
Ҡайһы берәүҙәр аҡса өсөн яҙа, ә шағир кеше аҡса өсөн генә яҙа алмай, ә күңел талабы буйынса ижад итә.
Әлбиттә, йәштәр араһында әҙәбиәткә килеүселәр бар. Яңы әҫәрҙәр сығып тора, яңы исемдәр асыла. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар әүҙем яҙыша. Бигерәк тә хикәйә яҙыусылар араһында өмөтлөләр бар. Был әҙәби процестың туҡтамауын күрһәтә.
–Һеҙ иң түлсән эшләгән прозаиктарҙың береһе. Ә бит ваҡытында Яҙыусылар союзында ла, нәшриәттә лә эшләнегеҙ, ғаилә мәшәҡәттәре лә урап үтмәгән. Уҡыусылар менән осрашыуҙар, командировкалар… Ижадҡа нисек ваҡыт еткерҙегеҙ?
–Ижад эшендә үҙеңдең ваҡытыңды дөрөҫ бүлә белергә кәрәк. Режим тотоу ҙа мөһим. Бер кем дә бер кемгә лә план биреп, ҡулына ҡәләм тоттормай. Һәр эшкә үҙеңдең ынтылышың, планың һәм фекерең булырға тейеш. Мәҫәлән, мин фатир булмаған саҡта, ял көндәрендә һәм эштән һуң китапханаларҙа ултырып яҙҙым. Күп ваҡыт иртәнсәк иртүк тороп, эшкә киткәнгә тиклем 2-3 сәғәт яҙышырға тырыштым. Сөнки эштән арып ҡайтһаң, яҙыу эшенә тотонғо килмәй. Шулай уҡ, беҙҙең быуынға ижад йорттарына бушлай барыу мөмкинлеге бирелде. Йыл да тиерлек, мин унда юлланыр алдынан үҙемдең ниндәй әҫәр яҙыуымды күҙаллап, уның тәүге бер-нисә битен яҙып, ваҡығалар теҙмәһен, йылдарҙы, геройҙарҙы билдәләп план әҙерләп ҡуям да, барыу менән эшкә тотона торғайным. Үҙемде шулай эшкә көйләп барам да, иртәнге сәғәт 6-нан, киске 12-гә тиклем ең һыҙғанып ижад итәм. Ашарға һәм бер сәғәтлек ялға ғына туҡталам. Әгәр ҙә үҙеңде ошондай кәртәлә тотмаһаң, айырыуса проза жанрында эшләүселәр өсөн, ижад итергә ваҡыт ҡалмауы бар.
–Яҙылып бөткән әҫәр менән ҡәнәғәт булмаған осраҡтарығыҙ булдымы?
–Бер ваҡытта ла камил әҫәр булмайҙыр ул. Уҡып сыҡҡан һайын бер генә булһа ла һөйләмен үҙгәртергә тура килә. “Һайлап алған яҙмыш” романын бик оҙаҡ яҙҙым. Уны әллә күпме уйлап йөрөнөм, ныҡлы аңлар өсөн Германияға ла барып ҡайттым. Ошо әҫәремдең ете варианты бар. Уларҙы дәүләт архивына тапшырҙым, кем минең ижадым менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, барып таныша ала. Башҡа әҫәрҙәрҙең дә бер нисә варианты бар. Бына ошондай эш барышы булғанда ғына әҫәр һәйбәт килеп сығасаҡ. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың китаптарының корректировкаһын да ҡарамауы аптырата. Үҙеңдең ижадыңа хөрмәт күрһәтмәү, кәмһетеп ҡарау тип ҡабул итәм быны.
–Һеҙҙең тәүге күләмле әҫәрегеҙ ҡасан яҙылды һәм тәүге китабығыҙ нисәнсе йылда донъя күрҙе?
–Яҙыусы күләмле әҫәр менән танылыу таба, тип уйлаусылар бар. Әммә был хата фекер. Уҡыусылар күңеленә барып етһә, яратып ҡабул итһәләр, бәләкәй хикәйәләр менән дә билдәле булырға мөмкин. Әлбиттә, ижад эшендә иртәрәк, ныҡлап тотоноу, ҙурыраҡ әҫәрҙәр яҙырға ынтылыу кәрәк. Шундай уйҙар менән мин иң тәүге– “Зөһрә” повесын 24 йәштә яҙырға ултырҙым, бер йылдан яҙылып бөттө, һәм ул журналда донъя күрҙе. Тәүге әҫәр булһа ла, уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. Төрлө гәзит-журналдарҙа ыңғай баһа менән ете мәҡәлә баҫылып сыҡты. Тәүҙәрәк, повесть, хикәйәләрем байтаҡ тупланһа ла, китап итеп баҫтырыу тураһында уйламным, тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек күренде. 1959 йылда Сәлих Кулибай осраҡлы ғына рәүештә мине осратып, нәшриәткә саҡырҙы. Ул унда әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй ине, китап сығарырға тәҡдим итте. Дәртләнеп киттем, тиҙ арала әҫәрҙәрҙе туплап тапшырҙым, һәм ул шул уҡ йылда донъя күрҙе. Ул сығыуға әҫәрҙәрем икенсе китап өсөн дә йыйылғайны инде.
–Ә хәҙер бит яҙыусыларҙың китаптарын улай йыш сығарыу мөмкинлеге юҡ…
–Бөгөн “Китап” нәшриәтенең хәле бик ауыр, күпләп китап сығарырлыҡ мөмкинлектәре юҡ. Икенсенән, хәҙер яҙыусылар ҙа бик күп. Мине союзға ҡабул иткән саҡта 47-се ағза инем. Һәм уларҙың барыһы ла ысын мәғәнәһендә бик күренекле яҙыусылар ине. Ә бөгөн 250 тирәһе ағза иҫәпләнә, уларҙың 50-һен беләм, ә 200 юҡ. Ә бит сыҡҡан китаптар, матбуғатта баҫылған яңы әҫәрҙәр менән танышып, уларҙы уҡып барам. Ләкин иҫтә ҡалғандары бик һирәк.
Яҙыусылар бик күп, нәшриәткә уларҙың һәр береһенең китабын сығарыуы оло проблема.
–Элекке тәжрибәләрҙең ҡайһыһын хәҙерге заманда ла файҙаланып була?
–Бөгөн беҙҙең замандан айырмалы рәүештә, йәштәргә гранттар биреү күренеше бар. Мөмкинлектәр сикле заманда был бик матур күренеш. Минең шулай уҡ йәш ижадсылар өсөн Яҙыусылар союзына, дәүләткә бер тәҡдимем бар. 1967 йылдарҙа партияның өлкә коммитеты яҙыусыларҙы төрлө тармаҡтарҙағы һөнәр эйәләре тормошон яҡтыртыу өсөн тап ошо һөнәр эйәләре араһына оҙайлы командировкаларға ебәрергә кәрәк, тигән тәҡдим яһаны.ҡайһы бер яҙыусылар төрлө урындарға эшкә урынлаштылар, хеҙмәт хаҡы ла алдылар. Һәм улар, үҙҙәренең алған тәҫораттарынан сығып, байтаҡ әҫәрҙәр ижад итте. Рәшит Солтангәрәев нефтселәрҙә эшләп, “Йылы ямғыр” повесын, документаль очерктар китабын сығарҙы, һәм Салауат Юлаев премияһын алды. Әхнәф Байрамов тимер юлсылары араһында йөрөп “Йәшлек йылдары” романын яҙҙы, ә Тайфур Сәғитов Учалы районына юлланды һәм “Һабантуй” әҫәре менән ҡайтты. Минең өлөшкә химия заводы эләкте. Тәүҙә заводтың музейын төҙөргә тәҡдим иттеләр, кешеләр менән аралашыу юҡ, тип баш тарттым, станок артында тороп эшләргә тәжрибәм булманы. Кешеләр менән аралаштым, улар тураһында гәзит-журналдар өсөн бер нисә мәҡәлә яҙҙым, завод директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әнеүәр Бакиров хаҡында очерк баҫтырҙым, эшселәр йәшәгән ятаҡтарға барып әйләндем. Әммә нәфис әҫәр яҙырлыҡ материал таба алманым. Шулай завод буйлап йөрөй торғас, уларҙың төҙөлөш учаскаһына барып сыҡтым һәм унда балта оҫтаһы булып эшкә урынлаштым. Кешеләр менән аралаша торғас, байтаҡ ҡына материал тупланым. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне, сөнки тап шул ваҡытта “Өҙәрем юл кешеләре” романын яҙа башлағайным. Уны тамамларға кәрәк ине, китергә тура килде. Шул төҙөлөштә йыйылған материалдар “Кеше һуҡмағы” повесы булып 1987 йылда донъя күрҙе.
Хәҙерге ваҡытта, миңә ҡайҙалыр барырға тәҡдим итһәләр, тағы ла риза булыр инем. Ҡыҙыҡлы тормош юлдары үткән кешеләр бик күп. Яҙам тиһәң яҙ ғына, бары тик күҙ алдындағы ваҡиғаларҙың эсенә инеп кенә китергә кәрәк.
–Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙгә кемдәр баһа бирҙе һәм билдәле яҙыусы булараҡ һеҙ кемдәрҙе баһаланығыҙ?
–Әҫәрҙәргә мотлаҡ баһа кәрәк. Һәйбәтенән күңел күтәрелә, тәнҡит булһа уйланаһың, борсолаһың. Хәтер ҙә ҡалып ҡуя ҡай саҡта. Әммә битараф ҡалыуҙары иң насар баһа. Әҫәрҙәремдең береһе лә тәнҡитселәрҙең күҙ уңынан ысҡынманы шикелле, мәҡәләләр сығып торҙо. Әнүр Вәхитов башҡорт прозаһының барлыҡ әҫәрҙәрен уҡып барҙы, әҙәбиәт яҙмышы өсөн борсолоп, шатланып, күңеле аша үткәреп мәҡәләләр яҙҙы. Ауыр ваҡытта ярҙам итер, әҫәреңә ҡарата дөрөҫ баһа биргән ижадташ дуҫың булыуы мөһим. Һәм беҙ Әнүр менән тап ошондай дуҫтар булдыҡ, сөнки уның әҫәрҙәренә миңә лә баһа бирергә тура килде. Шулай уҡ миңә Мостай Кәримдең повестарын, Әмир Әминев, Роберт Байымов һәм башҡа йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен баһаларға тура килде. Һайланма әҫәрҙәрҙең 11- се томында 23 яҙыусы-шағирҙың ижады тураһындағы очерктарым баҫыласаҡ.
– Бына ошондай баһаларҙы алыр өсөн йәштәргә әҙәби мәктәптәр кәрәкмәйме? Яҙыусылар яңы әҫәрҙәрен ҡайҙа тикшертә?
–Бүтән һөнәр эйәләре кеүек үк, яҙыусылар ҙа һәр ваҡыт һөнәри ярҙамға мохтаж. Айырыуса йәш саҡта, яҙыу буйынса тәжрибә етмәгән ваҡытта, бындай мәктәптең булыуы мөһим. Яҙыусылар союзының төрлө жанрҙар буйынса секциялары бар. Әгәр ҙә улар үҙ эштәрен һәйбәт итеп алып барһа, ижади мәктәп ролен үтәй ала. Мин үҙем дә ваҡытында унда эшләнем. Һәр ултырыш, әҙәби әҫәрҙәрҙе тикшереү йыйылыштары дәрес кеүек үтә торғайны. Бөтә яҙыусылар– йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә яңы әҫәрҙәрен мотлаҡ унда уҡытып баһа алды. Китап нәшриәте лә, секцияла тикшерелеп, хуплау алмаһа, китапты баҫтырманы. Шуға күрә секцияларҙың абруйы ла юғары булды. Ул ултырыштар даими рәүештә үтте һәм һәр теләгән яҙыусы ҡатнашып, әҙәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын тураһында үҙ фекерен әйтеп, ихлас һөйләшеүҙәр уҙа ине. Бына ошо секцияларҙың эшен тергеҙергә кәрәк.
–Бөгөн китап уҡыусылар кәмене, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
–Халыҡ ысынлап та, элекке кеүек актив уҡымай. Минең ҡатыным 25 йыл китапханала эшләне. Уның һөйләүе буйынса, элек халыҡҡа китап еткерә алмаған ваҡыттар булған. Ябай халыҡ та, эшселәр ҙә, уҡыусылар ҙа– барыһы ла бик ихлас китеп китап уҡыны. Ә хәҙер китапҡа тартылыу юҡ телевидение менән интернет был йәһәттән ҙур зыян яһаны. Ләкин ысын әҙәбиәт һөйөүселәр китаптан айырылмай. Һәйбәт әҫәрҙәр магазин кәштәләрендә лә оҙаҡ ятмай, алып торалар. Хоҙай Тәғәлә халыҡты китаптан айырмаһын.

Источник

Нугуману Мусину — 90!

Нугуман Сулейманович Мусин родился 17 июля 1931 года в деревне Кулгуна Макаровского, ныне Ишимбайского района. Еще в студенческие годы начал писать стихи, но свое признание нашел в прозе. Первый его рассказ «Мой друг» появился в 1954 году. С тех пор писателем созданы многочисленные рассказы, очерки, повести, романы.

Герои его произведений — наши современники. В его творчестве значительное место занимает тема деревни, простых сельчан. Нугуман Мусин — страстный защитник природы, леса. Во многих очерках, рассказах, повестях, романах он выступает за сохранение и умелое использование этого богатства. Этой теме посвящены повесть «Зухра» (1956), «Вечный лес», «Краса земли» и др. В последние годы Нугуман Мусин продолжил работу над крупными эпическими произведениями. Им опубликована трилогия «Белый олень на Синь-горе» (1980), «Перед половодьем» (1985), «Выходи в путь на заре» (1988). В 90-е годы им опубликован современный роман «Последняя борть», исторический роман о башкирском батыре Алдаре Исякаеве «Здесь лежат кости батыра», повести «Звериная шкура», «Двое мужчин и одна женщина» и другие.

Нугуман Мусин удостоен Республиканской премии им. Салавата Юлаева, ему присвоено звание «Народный писатель Башкортостана». В конце мая этого года на форуме писателей, прошедшем по инициативе Всемирного курултая башкир, писатель был награжден одной из высших наград Республики Башкортостан — орденом Дружбы народов. А незадолго до этого Глава республики Радий Хабиров подписал указ о праздновании 90-летия писателя. Но все-таки, для любого творца самая лучшая награда — это любовь и уважение своего народа, читателей. Чего у Нугумана Мусина в достатке.

Источник

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *